#ППМИ2022#Ишмурзино Баймакский район Республика Башкортостан

280 0

2 февраль Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йортонда түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү уҙғарылды. Сарала ауыл хакимиәте башлығы Кашкаров З. М, Ағинәйҙәр клубы, ир — егеттәр ҡоро ағзалары, фельшер — акушер пункты, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл активтары ҡатнашты.
Сараға йыйылған учереждение ағзалары үткән йылға отчет һәм быйылғы йылға пландары менән таныштырҙы. 2022 йыл Мәҙәни мираҫ йылын һәм ауылдың 170 йыллығын уҙғарыу буйынса пландар төҙөлдө, һәр бер ҡатнашыусы үҙ фекерҙәрен,тәҡдимдәрен еткерҙеләр. Йыл да уҙғарылған ППМИ конкурсында ҡатнашыу тураһында әңгәмә булды.  Киләсәктә ауыл халҡы менән мәҙәни саралар үткәрергә, ауылды төҙөкләндереү эштәрен яңыртырға тигән ҡарар ҡабул ителде.

About The Author