«Йәнтөйәкте йәмләйек» акцияһы

700 0

Иғтибар!!!
1 ноябрҙән Ишмырҙа ауыл биләмәһендә»Йәнтөйәкте йәмләйек» акцияһы иғлан ителде.
Ошо уҡ көндә ауыл советы депутаттары Ризванова Ә.Ф.,Ишмырҙина Э.Ә.,Яҡшығолова Р.Б. етәкләгән округ һайлаусылары Көҙән йылғаһы, Тирмән быуаһың тирә-яғын сүп-сарҙан, таҙартыуҙа әүҙем ҡатнаштылар. Шулай уҡ өмәлә ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто,фельдшер-акушер пункты хеҙмәткәрҙәре лә әүҙемлек күрһәттеләр. Тотманов Фәнил, Ҡашҡаров Заһит үҙ техникаһы менән 6 йөк ҡый түктеләр. Өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.
8 ноябрҙә ҡалған округ һайлаусыларын экологик өмәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

About The Author