8 сентябрь Башҡортостан Республикаһының башлығын һайлау көндө Ишмырҙа ауылы мәктәбендә

543 0

8 сентябрь Башҡортостан Республикаһының башлығын һайлау көндө Ишмырҙа ауылы мәктәбендә “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелде.
Мәктәп уҡыусылары йәрминкәлә әүҙем ҡатнаштылар. Унда йәнең теләгән әйберҙе һатып алырға була ине. Йәрминкәнең бер мөйөшөндә “Хәйриә” акцияһы ҙур урын алды, ҡайһы бер кешеләр кейем-һалым алып ҡыуанышып ҡайттылар.
Башланғыс класс уҡыусылары “Күңелле старттар” ярышында, ә өлкән кластар 60, 100 метрға йүгереүҙә әүҙемлек күрһәттеләр. Малайҙар ҙур ихласлыҡ белдереп велосипедта уҙыштылар, ҡыҙҙарыбыҙ уҡ атыу мәргәнлегендә егеттәрҙән бер ҙә ҡалышманылар. Һайлаусыларыбыҙ әүҙем генә килеп үҙ тауыштарын бирҙеләр ҙә волейбол, шахмат, теннис өҫтәл уйындарына бик теләп ҡушылып киттеләр. Уйында ҡатнашыусылар иҫтәлеккә бүләк тә алдылар.
Уҡыусылар тарафынан һайлаусыларға күңелле концерт ойошторолдо. Кемдәрҙер бейеп күрһәтте, шул уҡ ваҡытта Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйөүселәргә конкурстар үткәрелде. Был саранан да балалар бүләкһеҙ сыҡманы.
Мәктәп администрацияһы дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үткәрҙе. Бик күп һорауҙарға яуаптар алынды, сөнки йыйылышта Ишмырҙа ауылы фельдшеры Ҡотлоғужина Зилә Ильяс ҡыҙы, Ишмырҙа ауылы биләмәһе учасковыйы Эльбиков Р.Б. фәһемле фекерҙәр еткерҙеләр.

About The Author